Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында Нурия Ғатауллинаның юбилей кисәһе үтте

«Нурияның нурлы донъяһы». Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында Нурия Ғатауллинаның юбилей кисәһе үтте. 40 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәткә арнаған юбилярҙы ҡотларға коллегалары, туғандары, һабаҡташтары, ауылдаштары йыйылды.

Мәктәп йылдарынан төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаған сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙҙы 1982 йылда, 10 класты тамамлағас та ауылдың мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу училищеһын тамамлаған Нурия Ғатауллина бөгөнгәсә ошо һөнәренә тоғро.

Нурия Фәхретдин ҡыҙы хеҙмәтенән йәм, тәм табып эшләй. Ижади шәхес булараҡ, ул халыҡты күпләп мәҙәниәткә ылыҡтыра, ойошторолған һәр сара юғары кимәлдә үтә һәм һәр ваҡыт сағыулығы менән хәтерҙә ҡала. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында барлыҡҡа килгән «Һаҡмар» театры Нурия Ғатауллинаның тырышлығы менән 2004 йылда халыҡ театры исемен алыуға ирешә, «Һаҡмар һандуғастары» йыр ансамбле 20 йылдан ашыу уңышлы эшләй, бынан тыш «Наза» бейеү, «Дарман» ир‐егеттәр вокаль ансамблдәре һәр сараның күркәм биҙәге булып тора.

Мәҙәниәт өлкәһендә осраҡлы һәм уға битараф кешеләр эшләй алмай. Нурия Ғатауллина ла ошо юҫыҡта юғары ҡаҙаныштарға, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Ниғәмәт ауылының мәҙәниәт усағына олоһо ла, кесеһе лә күңеленә яратҡан шөғөл табып, теләп йөрөүе, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы Нурия Фәхретдин ҡыҙы алып барған эшкә иң юғары баһа.