Башҡортостанда йөк автомобилдәре өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде

Башҡортостанда 1 апрелдән 30-на тиклем йөк автомобилдәре өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде. Уға ярашлы ауыр транспортҡа республика юлдары буйлап йөрөү тыйыла.

Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа автомобилдең ауырлығы 10, муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа 6 тоннанан артыҡ булырға тейеш түгел. Сикләүҙәр ҡыштан һуң юл ҡатламын һаҡлау өсөн индерелә. Әле республикала йөк ауырлығы һәм автомобилдең ҙурлығын үлсәүсе 13 ҡоролма ҡуйылған. Артыҡ тейәлгән йөк өсөн штрафтар юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола.