Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫлановҡа арналған ҙур ижади проект тормошҡа ашырылды

Емельян Пугачевтың арҡаҙашы иҫтәлегенә. Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫлановҡа арналған ҙур ижади проект тормошҡа ашырылды. Конкурста 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, был сара башҡорт халҡының милли геройы миҫалында йәш быуында илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, уларҙы тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫҡа йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

Былтыр ноябрҙә башланған конкурсҡа Көйөргәҙенән тыш, Күмертау һәм Саҡмағош районы мәктәптәре уҡыусылары ла үҙ эштәрен тапшыра. Яҙғы каникул осоронда финалистар Кинйә-Абыҙ ауылына йыйылды. Еңеүселәр биш номинацияла билдәләнде. Сара һуңында Кинйә Арыҫлановтың музейы менән танышыу һәм уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолдо.