«Һәнәк» журналы Көлкө көнөндә дуҫтарын йыйҙы

Көлкө көнөндә «Һәнәк» журналы дуҫтарын йыйҙы. Мәжит Ғафури исемендәге мемориаль йорт-музейҙа ойошторолған кисәлә танылған юмор оҫталары, шағирҙар, яҙыусылар һәм журналистар сығыш яһаны. Мәҙәк мәжлесендә журналдың 100 йыллығына әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды. Журнал 1925 йылдың сентябренән алып нәшер ителә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов баҫманың «Һәнәк» тип аталыуына бәйле билдәле сатириктарҙың хәтирәләре менән дә уртаҡлашты.

Былтыр журнал редакцияһы республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында булып, халыҡ менән осрашыуҙар уҙғарған. Быйыл да төбәк муниципалитеттарына сәфәрҙәр көтөлә. Бер быуатлыҡ тарихы булған баҫма уҡыусылары өсөн һәр ваҡыттағыса асыҡ, дуҫлыҡ күперҙәрен тағы ла нығытыу ҡаралған.