Стәрлебаш районы Первомайский ауылында модулле мәҙәниәт йорто төҙөлә

Былтыр көҙ күтәрелә башлаған бина быйыл йәй файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Ауылда 700-гә яҡын кеше йәшәй, ләкин 15 йыл мәҙәниәт йорто юҡ. Ижади коллективтарға шөғөлләнеү өсөн район үҙәгенә йөрөргә тура килә. Тиҙҙән был проблема ла хәл ителәсәк. Төҙөлөш республика финанстары ярҙамында алып барыла. Әйткәндәй, ауылда күптән түгел фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асылғайны.