Ярыштар Алтай крайында үтте. Унда Рәсәй командаһынан тыш, Әрмәнстан, Белоруссия һәм Сербия вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең республиканан Тәнзилә Исраилова слалом-гигант ярышында еңеп сыҡты. Быға тиклем февралдә ул Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды.