Башҡортостанда сәнәғәттә йәрәхәт алыныу осраҡтары кәмегән

Ғаилә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса уҙған йылда республикала эш урынында 32 хеҙмәткәр һәләк булған. Бындай осраҡтар 11 процентҡа кәмегән. Иң хәүефле тармаҡтар тип ҡаҙылма байлыҡтар табыу, транспорт һәм элемтә, ауыл хужалығы аталған. Премьер-министр Андрей Назаров хеҙмәт шарттарына, хәүефһеҙлеккә иғтибарҙы арттырырға ҡушты.