Ауырғазы районында йәшәгән Юлиә Ханмырҙина шулай тип белдерҙе. Ул балалары менән һалдаттарға махсус беләҙек үрә. Бының өсөн парашютта ҡулланыла торған ныҡлы бау һайлана. Ул 200-250 килограмлыҡ йөктө күтәрә ала. Беләҙектәге бау яу яланынан йәрәхәтләнгән һалдаттарҙы алып сығырға ярҙам итә. Уны ҡанды туҡтатыу өсөн жгут булараҡ файҙаланырға мөмкин. “Экстремаль шарттарҙа беләҙекте өс-биш секундта һүтергә була”, - ти Юлиә Ханмырҙина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЮлиә Ханмырҙина алғы һыҙыҡҡа йөҙҙән ашыу беләҙек оҙатҡан.