Өфө-Иглин-Ҡыҙылъяр-Павловка юлының 18 километры ремонтлана. Нуриман һәм Иглин райондарындағы 4 участка норма хәленә килтерелә. Юл япмалары яңыртыла һәм уның ситтәре нығытыла, яңы билдәләр ҡуйыла. Башҡортостанда быйыл “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында 280 километр юл тәртипкә килтерелә. Эштәр 83 объектта башҡарыла.