Башҡортостанда хәрбиҙәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү буйынса яңы проект старт ала

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды менән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөнө. Документҡа ярашлы, махсус хәрби операция яугирҙарына адаптация уҙғарыу, өҫтәмә белем биреү, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә яңы компетенцияларға өйрәтеү кеүек саралар берҙәм көс менән ойоштороласаҡ. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды республикалағы 90 дан ашыу йәмәғәт, ветерандар ойошмалары, министрлыҡ һәм ведомстволар менән килешеүҙәр төҙөгән. Был эштәрҙең барыһы ла яугирҙарға йәмғиәттә юғалып ҡалмаҫҡа, социалләштереүгә йүнәлтелгән.