Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 6 мең ярымдан ашыу егет Ҡораллы көстәрҙең төрлө ғәскәрҙәренә һәм башҡарма власть органдарының хәрби частарына хеҙмәткә алынасаҡ. Күптәр уҡыу берләшмәләренә йүнәлтелеп, заманса хәрби техниканы үҙләштереү, хәрби һөнәр алыү мөмкинлегенә эйә.
Хеҙмәткә саҡырылыусылар хәрби кейем комплекты, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителә. Республика хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, саҡырылыш буйынса хеҙмәткә алыныусылар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 мартта ил президенты Владимир Путин яҙғы саҡырылыш тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән хоҡуҡи акттарҙың рәсми сайтында танышырға мөмкин. Ҡануниәттәге яңы нормаларға ярашлы, хеҙмәткә 18 йәштән 30 йәшкәсә граждандар саҡырыла.