Хәйбулла районы 3-сө Аҡъяр мәктәбендә үткән әҙәби - патриотик турнир Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсыларын яҡлау йылына арналды. Үҙ көстәрен 2-се Аҡъяр мәктәбенең 6 класс уҡыусылары ла һынап ҡараны. Улар йыр һәм строй әҙерлеге буйынса оҫталығын күрһәтте.
Турнирҙа бөтәһе 5 команда ҡатнашты. Үҫмерҙәр интерактив викторина һорауҙарына яуап бирҙе, хәрби темаға арналған шиғырҙар һөйләне, «Герой ҡалалар», «Сылбыр» конкурстарында тарих фәненән белемен һәм яҡшы физик әҙерлеген тикшерҙе. Командаларҙың сығышын абруйлы жюри баһаланы.2-се Аҡъяр мәктәбенең 7 класс командаһы еңеүсе тап табылды.