Өфөлә Марс Сәйетғәлиндың ижад кисәһе үтте

Йылмайыуға 25 сәбәп. Ошондай исем аҫтында Республика халыҡ ижади үҙәгенең «Атайсал» мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлиндың ижад кисәһе үтте. Тамаша Марс Мөҙәрис улының 25 йыллыҡ ижадына һәм Көлкө көнөнә арналды.

Марс Сәйетғәлин Әбйәлил районында тыуып үҫкән, оҙаҡ йылдар Сибайҙа, тыуған яғында ижад итһә лә, уның исеме Өфө тамашасыһына ла яҡшы таныш. Кисәгә халыҡтың зал тултырып килеүе шуға асыҡ дәлил. Марс Мөҙәрис улы үҙенсәлекле шәхес, күп яҡлы талант эйәһе. Юмор оҫтаһы ла, алып барыусы ла, йырсы ла, бейеүсе лә. Үҙе шиғырҙар, көйҙәр ижад итә. Әммә сәхнә оҫтаһы фекеренсә, иң ауыры сәхнәгә юморҙы сығарыу, сөнки кешене көлдөрөүгә ҡарағанда илатыу еңелерәк, ти Марс Мөҙөрис улы.

Ижад кисәһе Марс Сәйетғәлин башҡарыуында шаян номерҙар, ижадташ дуҫтарының сығыштары менән үрелеп барҙы. Зал һәр береһен көслө алҡыштар менән оҙатты. Йырлы-моңло, халыҡсан тамаша булды. Сәхнә оҫталары әйтеүенсә, үҙебеҙҙең ерлеккә хас, һәр кемдең булмышын сағылдырған юмористик әҫәр табыу еңел түгел. Марс Сәйетғәлиндың репертуарының авторы коллегаһы, «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира.