Хәйбулла районы Сәғит ауылы эргәһендә ҡоро үлән яна башлаған

Бөгөн Хәйбулла районы Сәғит ауылы эргәһендә ҡоро үлән яна башлаған. Көслө ел иҫеүе һөҙөмтәһендә ут тиҙ арала ауылға яҡыная. Бында башлыса оло йәштәгеләр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. Ирҙәр аҙ. Кешеләр үҙ көстәре менән янғынды һүндергә тырыша. Бының өсөн улар ҡл аҙтындағы төрлө әйберҙәр ҡуллуна. Ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн урындағы халыҡ ирекмәндәрҙән ярҙам һорай. Бөгөн шулай уҡ Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылы эргәһендәге тауҙарҙа ла ҡоро үләнгә ут тоҡаныуы билдәле булды.