2019 йылдан алып республикала 100 мең самаһы кеше“ һөт кухняһы «нан аҙыҡ-түлекте бушлай алған. Ике йыл элек был исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да ғаиләләре өҫтәлде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика проекты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән старт алды. Башҡортостанда һөт кухнялары үҫеше хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Башҡортостанда сифатлы һөт продукцияһы 132 бүлеү пункты аша таратыла. Һуңғыһы.Туймазыла асылғаны иһә, 400 ашыу кешене һөт продукцияһ ы менән бушлай тәьмин итәсәк. Балалар йоҡонан уянғансы уларҙың әсәй-өләсәйҙәре «Һөт кухняһы» ның яңы асылған пунктҡа сифатлы продукция артынан ағыла.
Бушлай һөт ризыҡтары йөклө ҡатындар һәм имеҙгән әсәләргә, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге һәм опекаға алынған балаларға бирелә. Ике йыл инде аҡ ризыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә лә бушлай таратыла.
Сифатлы һәм файҙалы һөт продукцияһын ташлама менән таратыуҙан тыш, башҡа кешеләргә лә күпләп һатып алыу мөмкинлеге булдырылған.
Урындағы фермер хужалыҡтары балалар һәм өлкәндәр өсөн продукцияны яһалма ҡатнашмалар ҡулланмайса етештерә. Коммерция секторы ла әүҙем үҫешә.
Һыйыр ағынан етештерелгән аҙыҡ-түлекте республиканың эре сауҙа үҙәктәрендә таратыу уңайлы. Ҡалған пуккттарҙы асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Өфө районында күсмә пункттар ҙа эшләй башланы. Киләһе йылға өлкәндәр продукцияһы ассортиментын киңәйтеү һәм хеҙмәттәрҙең уңайлылығын яҡшыртыу планлаштырыла.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау йылында, хәрби ғаиләләре бушлай һөт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк. Хөкүмәттән бындай ташлама алыу хоҡуғына өҫтәмә рәүештә мең ярымдан ашыу кеше эйә буласаҡ.
Гүзәл Борханова