Әбйәлил районының Асҡар гимназияһында төбәктең алдынғы уҡыусылары белемен һынаны


Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында бөгөн төбәктең алдынғы уҡыусылары белемен һынаны. Дүрт төрлө фәндән алып барылған «Ғилем» олимпиадаһы ике этапта үтте. Финал 315 уҡыусы араһында ойошторолдо. Сара Әбйәлил районының мәғариф бүлеге, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм «НефтеПолис» инженерҙар әҙерләү фонды менән берлектә тормошҡа ашырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов белем алған класта бөгөн Әбйәлил районы өсөн генә түгел, республика кимәлендә уникаль ваҡиға. Бер класта төбәктән ике мәктәбе уҡыусылары дүрт йүнәлеш буйынса имтихан бирә. Белемен һынап ҡараусылар араһында Яңы Балапан ауылы мәктәбенән Баязит Зәйтүнов та бар.

«Ғилем» олимпиадаһы ике этапта ойошторолдо. 1632 уҡыусы араһынан 315-е финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды. Имтихан биреүселәргә 90 минут ваҡыт бирелһә лә, араларында 10-15 минутта тапшырып сығыусылар күп ине.

Олимпиада мәктәп уҡыусылары араһында сәнәғәт предприятиеларында талап ителгән һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн үткәрелә. Ә башҡорт теле программаға махсус индерелгән.

Ә инде олимпиада еңеүселәре иртәгә билдәләнә. Йәмғеһе 45 еңеүсене асыҡлау күҙаллана. Уларға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Азат Ғәлиуллин