Өфөлә МХО барышын яҡтыртҡан, фронтҡа ярҙам иткән журналистар бүләкләнде

Тантаналы сара “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалында үтте. Хәбәрсебеҙ Зөһрә Арсаеваға “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының Рәхмәт хаты тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

БСТ телеканалы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров һәм водитель Иван Шабринға Рәсәй Геройы Александр Доставалов батальоны етәкселегенең Рәхмәт хаты бирелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Бер төркөм коллегаларыбыҙ доброволецтар сафына баҫты. Һөнәрҙәштәребеҙ хәрби хәбәрсе булараҡ уңышлы эшләй. Һалдаттар өсөн гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ҡатнаша”, - ти Башҡортостан Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сара барышында Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдиновҡа “Башҡортосстан” мотоуҡсылар полкы етәкселегенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Санаторий яугирҙарҙы эсер һыу менән тәмин итә. Алғы һыҙыҡҡа 500 тоннанан ашыу һыу оҙатылған.