Ул “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында урынлаша. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, төҙөкләндереүгә 50 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Бөгөнгә ял һәм һауыҡтырыу йортоноң дөйөм майҙандарҙың 25 проценты ҡулланыла. Ҡалған 75 проценты яугирҙарҙы реабилитациялау һәм һауыҡтырыу өсөн бирелә.