Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡала мөхите сифатын баһаланы. 36 күрһәткес иҫәпкә алынған. Улар араһында төҙөклөк, хәүефһеҙлек, юлдар сифаты, инвалидтар өсөн шарттар бар. Исемлектә меңдән ашыу ҡала күрһәтелгән, беҙҙең республиканан был рейтингта - 21 ҡала. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы вәкиле Энже Әхмәҙуллина һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың бөтә ҡалалары тәүге тапҡыр йәшәү өсөн уңайлы тип танылды. Һәр ҡалала һәм районда биләмәләр төҙөкләндерелде, әммә башҡараһы эштәр әле байтаҡ. Быйыл 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла.