Техник фәндәр менән ҡыҙыҡһыныусы егет-ҡыҙҙарға киң мөмкинлектәр

Улар өсөн Өфө дәүләт нефть техник университетының АЙТИ институты уҡытыусылары һәм ғалимдары оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. «Университет мөхите» проекты аша республканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған уҡыусылар яҙғы каникул осоронда файҙалы мәғлүмәт тупланы. Юғары уҡуы йортонда төрлө йүнәлештәрҙә үҫеш юлдары, факультеттар менән танышты. Техник юғары уҡыу йортонда профориентация эше 21 майға тиклем дауам итә.