Республика мәктәптәрендә уҡыу өсөн мигрант балалар рус теле буйынса мотлаҡ тест үтәсәк

Тест һөҙөмтәһе буйынса уларға рус телен өйрәнеү өсөн өҫтәмә сәғәт өҫтәлергә мөмкин. Һынауҙы үтә алмағандар тесты ҡабатлап өс айҙан һуң бирә ала. Әле Башҡортостанда бының өсөн белгестәр әҙерлек үтә, бөтә муниципалитеттарҙа ла һынау үткәреү урыны билдәләнә.


Һынау яңы уҡыу йылына тиклем үткәрелә, беренсеһе 16 майҙа була, тест сентябргә тиклем ай һайын бер көндә үткәреләсәк. Бынан тыш мигрант ғаиләнең Рәсәй Федерацияһында йәшәргә хоҡуҡы тураһында документ кәрәк буласаҡ.

Жанна Миңлекәева, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте идаралығы етәксеһе