Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһына Гөлфиә Юнысованың исеме бирелде

Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһына Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың исеме бирелде. Ошо уңайҙан китапханала шағирә менән ижади осрашыу ойошторолдо. Китапханаға тыуған ерен данлаған шағирәнең исемен биреү тантанаһында Гөлфиә Азнағол ҡыҙының ижадташ дуҫтары, уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Осрашыуҙа яҡташтарының халыҡ шағирына күрһәтелгән хөрмәте юғары баһаланды.

Әҙәби осрашыуҙа Гөлфиә Юнысованың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Район мәктәптәре уҡыусылары уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шағирә сығыш яһаусыларға үҙенең китаптарын бүләк итте, уҡыусылар һорауҙарына яуап биреп яҡташтары менән ихлас аралашты. Кисәлә шағирәнең 17 йәшендә яҙған һәм «Дим» гәзитенең 1964 йылғы төпләмендә һаҡланған «Ялан сәскәләре» шиғыры ла яңғыраны. Яҡташтары Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын шиғырындағы кеүек күркәм сәскәләр гөлләмәләре, ихлас рәхмәт һүҙҙәренә күмде.