Иглин районында «Яҙ гүзәле» йәштәр конкурсы уҙғарылды

Быйылғы бәйге райондың ойошторолоуына 90 йыл тулыуға арнап уҙғарылды. Еңеүсе исеменә 17 йәштән 35 йәшкә тиклемге 8 гүзәл зат көс һынашты. Номинанттар үҙәренең һәләттәрен дүрт этапта - визитные карточкаһында, шулай уҡ йыр, бейеү һәм шиғыр уҡыуҙа күрһәттте. Конкрукс һуңында ҡыҙҙар дефилела һынау тотто. Гран-принан тыш, ҡыҙҙарҙың оҫталығы төрлө номнацияларҙа ла билдәләнде.