Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп иғтибар халыҡ йөрөгән урындарға була. Энцефалит йоҡтороу хәүефе Белорет, Бөрйән, Өфө, Учалы, Ҡыйғы, Дыуан, Йылайыр, Иглин райондары һәм Өфө ҡалаһында ҙур. Уҙған йылда сир йоҡтороусыларҙың күбеһе ошо биләмәләрҙә теркәлгән.