Ленар Ишмөхәмәтов, Илгиз Ҡәйепҡолов һәм Анил Әминев патруль ваҡытында Октябрь Революцияһы урамындағы өйҙәрҙең береһендә ҡуйы төтөн күреп ҡала. Хеҙмәткәрҙәр был хәл тураһында дежур бүлеккә хәбәр итә һәм шунда уҡ ярҙамға ашыға. Сөнки урамда осраған бәләкәй ҡыҙ йорт эсендә әсәһе һәм башҡа туғандары булыуы тураһында әйтә. Йорттоң төп инеү урынын асыҡ ут ялмап өлгөрнә була, шуға ла ҡотҡарыусылар тәҙрәне ватып, хужаларҙы эвакуациялай башлай. Әммә йорт эсендә иҫен юғалтҡан ир ҡалыуы тураһында билдәле була. Инспекторҙарҙың береһе эскә инеп, ҡазаға тарыусыны тәҙрә аша иптәшенә тапшыра. Граждандарҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамауын аңлағандан һуң, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре төп эшенә йүәнәлә.