Янғын хәүефе арта: Башҡортостанда тәүлектә 20-гә яҡын осраҡ теркәлгән

Ауылдың ут эсендә ҡалыуына юл ҡуйылмай. Кисә Хәйбулла районы Сәғит ауылы эргәһендәге тауҙа янғын сыға. Көслө ел уттың тиҙ таралыуына килтерә.

Бөтә көстәр ауылды һаҡлауға йүнәлтелә. Утҡа ҡаршы көрәшкә янғын һүндереүселәрҙән тыш, бар ауыл халҡы һәм ирекмәндәр сыға. Улар биҙрә менән һыу ташый, ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән утты ауыҙлыҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Ете гектар майҙанды ялмап алған ут тулыһынса һүндерелә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр теркәлмәй. Был көндө шулай уҡ Таштуғай ауылынан 12 километр алыҫлыҡта икенсе янғын тарала. Янғынды һүндереүгә, уның ҡатмарлы урында булыуы ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ут менән көрәшеү өсөн халыҡҡа өҫтәмә техника һәм 50 янғын һүндереүсе ранец бирелә. Хәйбулла районы хакимиәте ауыл эргәһендә өҫтәмә һөрөү ойошторған, һыҙаттар үткәргән. Янғынды һүндереүгә 115 кеше һәм 17 берәмек техника йәлеп ителә.

Уҙған тәүлектә республиканың ике тиҫтәгә яҡын төбәгендә ҡоро үлән яныу осраҡтары теркәлгән. Уттан зыян күргән майҙан 25 гектарҙан ашыу тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, быйыл респбликала 51 тәбиғәт янғыны сыҡҡан. Уларҙың барыһы ла һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ. Һуңғы көндәрҙә янғындар йышайыуын иҫәпкә алып Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.