«Әсәй» хәйриә концерты. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторҙо. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ысын батырҙарҙы тәрбиләгән әсәләр тәбрикләнде. Сараға телепроекттың 50 геройы саҡырылды. Яугир әсәләренә ихтирам һәм хөрмәт сараһы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Йыл дауамында Рәмзиә Шәрәфетдинова кеүек уландарын яуға оҙатҡан илле әсә республиканың төп телеканалы аша хәтирәләре менән уртаҡлашты. Проектты әҙерләүгә социаль координаторҙар, Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ярҙам иткән. Әсәләрҙе төбрикләү сараһына Каринэ Хәбированың килеүе, һалдат әсәләренә ихтирам күрһәтеүе оло мәртәбә.Сәхнәнән оло йөрәкле әсәйҙәргә бағышланған ихлас теләктәр, йыр-моң яңғыраны.
Лилиә Кузнецованың улы өс йыл илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай. Яугир әсәһе ирекмәнлек юлын һайлаған, Донбассҡа хәрбиҙәргә 23 тапҡыр гуманитар ылау,исемле посылкалар алып барған. Батыр йөрәкле әсә һалдаттарҙың яу юлы еңел булһын өсөн дошманды еңгәнсе ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә теләй.
Проект өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм төрлө яҙмышлы әсәләр менән аралашҡан . Әммә,был ҡатын-ҡыҙҙар яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, уландарына ярҙам итеүгә үҙҙәрендә рухи көс таба. Яугирҙар ҙа әсәләргә ҙур экран аша рәхмәтен еткерҙе.
Хәйриә концерты тамашасы күңеленең иң нескә ҡылдарын тибрәтһен өсөн ҙур һәм берҙәм команда эшләй. «Әсәй» башҡортостан юлдаш телевидениеһында иң юғары рейтинглы проект.
Йомарт бағыусылар ғаилә тотҡаһы һәм ныҡлы тыл тәьмин итеүсе әсәйҙәргә махсус бүләк тә әҙерләгән.
Башҡортостандың билдәле сәхнә йондоҙҙары башҡарыуында әсәләргә мөхәббәт һәм наҙ менән һуғарылған йырҙар ағыла. Улар Рәсәй именлеген яҡлаусыларға, ышаныслы тылы булған көслө рухлы әсәләргә, тыуған йорттан йылылыҡ һәм хәстәрлек тапшырыусыларға тәрән рәхмәт билдәһе.
Концертҡа билеттар һатыуҙан килгән аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙамға йүнәлтелә.Тиҙҙән беҙҙең телеканалда яугир әсәләре көнөн үткәреү күҙаллана
Гүзәл Борханова