«Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе биләмәләр исемлеген быйыл йәнә 12 ауыл тулыландыра

Был аҙнала бәләкәй, урта, ҙур, эре тораҡ пункттар номинациялары буйынса финалға сығыусылар проект яҡлау этабында ҡатнаша. Уларҙы төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәренән тупланған абруйлы жюри ағзалары баһалай. Айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырып, халыҡты берләштереү, йәмәғәт эшенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект йылдан-йыл нығына ғына. Сираттағы бәйге һөҙөмтәләре апрель аҙағында билдәле буласаҡ.