Әбйәлил районында «Ғилем» олимпиадаһы еңеүселәре тәбрикләнде

«НефтеПолис» инженерҙар әҙерләү фонды, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге ярҙамында ул беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыла. Ике этапта үткән олимпиада финалында 315 уҡыусы һынау тотто. Уларҙың иң-иңдәре бөгөн тәбрикләү тантанаһына саҡырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сәхнәлә «Ғилем» олимпиадаһы еңеүселәре. Улар Әбйәлил районында башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусылар. Улар араһында билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинованың тыуған Рәхмәт ауылынан Разия Хамматова ла бар. Данлыҡлы яҡташының исемен йөрөткән мәғариф учреждениеһын ул бөгөн лайыҡлы күрһәтеүгә өлгәште. Математика буйынса беренсе урынды яуланы.

Һайлап алыу этабы март аҙағында онлайн-тест биреү форматында үтте. Олимпиадала ҡатнашҡан 1632 уҡыусы араһынан, 315-е финалға сыҡты. Бер класта ике мәктәп дүрт йүнәлеш буйынса имтихан бирҙе. Олимпиада йомғаҡтары буйынса 45 уҡыусы аҡыллы колонка, смарт-сәғәт һәм грамоталар менән бүләкләнде. Еңеүсе һәм призер булған 40 уҡытыусыға 120 мең һум күләмендә аҡсалата сертификаттар тапшырылды.

Хәҙерге заман шарттарында һәләтле балалар менән эшләүҙә яуаплылыҡ ҙур. Шуға ла һаҡсыл ҡараш, даими эш талап итә.

Олимпиада ойоштороусылары булып «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды һәм «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында Әбйәлил районының мәғариф бүлеге сығыш яһаны.

Ә ул төбәк өсөн дә әһәмиәтле. Сөнки, олимпиада артында алдынғы уҡыусыларҙы асыҡлауҙан бигерәк, киләсәккә өмөтлө йәш кадрҙарҙы тәрбиәләү ҙә төп нигеҙ булып тора.

Азат Ғәлиуллин