Берҙәмлек өлгөһө. «Республика Башкортостан» гәзите коллективы ирекмәндәр менән берлектә йөҙөнсө маскировка селтәрен үреп, махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатырға йыйына. Матбуғат йортоноң дүртенсе ҡатында япма әҙерләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Хеҙмәткәрҙәр эш араһында септә үрә. Шулай уҡ ҡала халҡы ла, айырыуса өлкән йәштәгеләр акцияны күтәреп алған. Баҫма етәкселеге билдәләүенсә, материалдар менән «Беҙ үҙебеҙҙекеләр өсөн. Өфө» ирекмәндәр төркөмө тәьмин итә. Былтыр майҙан алып яҡтар араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.
Маскировка селтәре ҡоралды, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереүҙә ҡулланыла. Яңы эшләнгән япмалар тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән оҙатыла.