Ҡыйғы районында балыҡ фермаһы төҙөлә. Бының өсөн ер биләмәһе ҡуртымға бирелгән, тип хәбәр итәләр Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 100 миллион һум тотонола. 10 эш урыны асыла.