Өфөлә танылған боксерҙар көс һынаша

25 апрелдә профессиональ бокс кисәһе  ойошторола.  Бында  Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнашыуы көтөлә, улар халыҡ-ара һәм ил кимәлендә чемпион титулдары өсөн көрәшә. Көйәрмәндәр Башҡортостандан Артур Собғанғолов,  Азалия  Әминева, Данис Ғабрафиҡов һәм Бекхан Исраиловтың сығышын күрәсәк.