Башҡортостанда Беларус республикаһы студенттары белем ала

Иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, “Освей” проектына ярашлы Өфө фән һәм технологиялар университетына һигеҙ студент уҡыуға алына. Бынан тыш, Беларусь республикаһының авиация ремонт заводынан ун белгес килә.