Яҙғы баҫыу эштәре ғәҙәттәгенән күпкә алда башланды. Яланға тәүгеләрҙән булып Көйөргәҙе районы аграрийҙары ла сыҡты. Яҙҙың иртә килеүе ауыл хужалығы эшсәндәре графигына төҙәтмәләр индерҙе. Эште башлау өсөн алдан билдәләнгән көндө көтөп ултыраһы түгел, сөнки алтынға бәрәбәр дым китә. Тап дым ҡаплау менән хужалыҡтар әле шөғөлләнә лә инде. Көйөргәҙенән Айнур Кәбиров репортажы.

Йырлап эшләйем, ти Альфред. Йырларлыҡ та шул. Техника үҙе йөрөй, үҙе көйләй, үҙе ашлай. Борт компьютерына тейешле параметрҙар индерәһең дә яландарҙы иңләйһең.
Ашлама индереүсе «Томан» машинаһы 8 Белорусты алмаштыра. Көйөргәҙенең «Искра» хужалығы уны былтыр йыл аҙағында ғына һатып алған. Быйылғылай һауа шарттарында еңел, тиҙ йөрөшлө техника икеләтә отошло, ти механизаторҙар. Сөнки яҙға сыҡҡан ужым культураларын тиҙ арала ашлау кәрәк.
Бындай йылды тәжрибәле агрономдар ҙа хәтерләмәй. Былтыр сәсеүҙе апрель аҙағында башланыҡ, ти ауыл эшсәндәре. Быйылғы шарттарҙа ай уртаһында уҡ тотонорға тура киләсәк. Эште оҙаҡҡа һуҙырға ваҡыт юҡ. Аграрийҙар дым китмәҫ борон орлоҡтарҙы ергә сәсеп ҡалдырырға тырыша. Шуға күрә ашлау менән бер рәттән дым ҡаплау ҙа алып барыла.
«Искра» хужалығы дым ҡаплауға 29 мартта тотонған. Әле эштәр сәсеүлектәрҙең ҡарҙан әрселгән көнъяҡ битләүҙәрендә башҡарылһа, төнъяҡ битләүҙәр тейелмәй ҡала. Ләкин хоҙайҙан яҡшы көн көтөп тә ултыраһы түгел. Яҙғы бер көн тотош йылды туйҙыра.
Аллаға ла ышан, ләкин үҙең дә ҡымшан, ти аграрийҙар. Йылдың нисек килерен күрәҙәселек итеүгә ҡарағанда, агрономияға таяныу хәйерлерәк. Шуға күрә Көйөргәҙе районының 106 мең гектар сәсеүлектеренең 26 меңенә быйыл юғары килемле культуралар сәселәсәк. Һәм улар йылдан йыл арта ғына.
Айнур Кәбиров