Еңеү көнөн яҡынайтып. «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙанда парад расчеттарының тәүге күнекмәһе үтте. Быйыл күләмле сарала Өфө территориаль гарнизон хәрбирҙәре, Федераль башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бәрелеш ветерандары, кадеттар, курсанттар һәм йәш шайморатовсылар, барлығы ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. 4 һәм 7 майҙа Октябрь проспекты буйлап Ленин майҙаны алдында ла генераль репетициялар планлаштырылған.