Өфөнөң «Урал» этно-үҙәгендә рәссам Раушаниә Таһирова-Мусинаның шәхси күргәҙмәһе асылды

Автор үҙенең эштәрендә күбеһенсә тәбиғәт күренештәрен төшөрә, сағыу төҫлө натюрморттар, портреттар ҙа бар. Рәссамдың ижадҡа һөйөүе ғаиләһенән килә - атаһы ағастан йорт йыһаздары эшләһә, әсәһе мәктәп сараларына төрлө тематик костюмдар сигеү менән шөғөлләнгән. Яҡын кешеләре ҡыҙҙың һүрәт төшөрөүгә, ижадҡа ынтылышын тойоп, һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә.

Әлеге ваҡытта Раушаниә Мәхмүт ҡыҙы Өфөлә шәхси сәнғәт мәктәбен булдырып, балаларға һүрәт төшөрөү серҙәрен аса. Уның күп кенә уҡыусылары ижад менән илһамланып, тормош юлдарын сәнғәт менән бәйләй. Талантлы рәссамдың йәш быуын менән уртаҡлашыр эш тәжрибәһе етерлек. Экспозиция менән танышыусылар ҙа ошо фекерҙе хупланы.