Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскала фехтование буйынса беренселек үтте

Баш ҡалала 20-се тапҡыр уҙған Рәсәй паралимпия чемпионаты 18 төбәктән 98 спортсыны йыйҙы. Токиола үткән паралимпия уйындары, шулай уҡ донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнашҡан ярыштың тәүге көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Эльза Янбаева-чемпион титулына лайыҡ булһа, Альбина Дәүләтова бронза яуланы. Иртәгәһенә спортсыларға тағы ла уңыш йылмайҙы: Альберт Камалов - еңеүсе тип танылһа, Никита Нагаев көмөш миҙалға лайыҡ булды, өсөнсө урынғаТимур Хаматшин сыҡты. Беренселек 8 апрелгә тиклем дауам итә. Шәхси иҫәптән һуң ҡатнашыусыларҙы команда турниры көтә.

Мине судьялар ҙа, спортсылар ҙа йылы ҡаршы алды. Уларҙың үҙемде көтөп тороуҙарын аңланым. Улар мине белә. Быға тиклем дә ярыштарҙа бергә күп ҡатнаштыҡ.

Максим Шабуров, Рәсәйҙең атҡаҙанған споорт мастеры, паралимпия чемпионы