Унда республика киң мәғлүмәт саралары командалары ҡатнаша. Ярыш 8 апрелдә "Динамо" стадионында була. 0+. Тамашасылар өсөн инеү ирекле. Көйәрмәндәр өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды "Республиканың алтын тауышы" тип атанылар. Ул спорт яратты. "Юлдаш" радиоһының волейбол командаһы капитаны ине. Әхәт Мортазин 2018 йылда 59 йәшендә генә вафат булды.