Радий Хәбиров Геном үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты

Фәнни асыштарға заманса алымдар менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара кампусында Геном үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Объект «Йәштәр һәм балалар» Милли проектының «Заманса кампустар селтәре булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөлдө. Ғилми үҙәктәге лаборатория, уҡыу залдары мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла ҡараны.

Яһалма интеллект мәктәп уҡыусыһын Геном үҙәге мөмкинлектәре менән таныштырып, киләсәктә биоинформатика менән шөғөлләнергә саҡырҙы. Яңы инновация киңлегендә заманса алымдар, айти-технологиялар ҡулланып фән өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыуға шарттар булдырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашып, Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара кампусы - республика ғорурлығы булыуын билдәләне. «Бөгөн беҙ - уның икенсе сираты төҙөлөшө шаһитыбыҙ, был тәүге ҙур объект»,-тине төбәк етәксеһе үҙ сығышында.

Объекттың тәүге ҡатында Рәсәй фәндәр академияһының интеллектуаль геномика үҙәге менән Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең генетик лабораторияһы урынлашҡан. Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостанда ҙур күләмдә генетик материал тупланған, шуға күрә эшмәкәрлектә заманса алымдар, һанлы технологиялар ҡулланып уға анализ яһау ҙа талап ителә.

Башҡортостан ғилми-технологик үҫеш Милли рейтингында 8 урынды һаҡлап ҡалды. Был өлкәлә көстәрҙе координациялау маҡсатында Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты ла ойошторолдо. Яңыраҡ республиканың дүрт юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһына инде. Яңы асылған Геном үҙәге лә ил кимәлендә позицияларҙы нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Республикала генетика мәктәбе көслө, был йүнәлеште үҫтереүгә иғтибар артыуын да күрәбеҙ. Юғары уҡыу йорттары, Фәндәр академияһы тығыҙ хеҙмәттәшлектә булыуы - уңышлы башланғыс. Башҡорт ғалимдары менән берҙәм тикшеренеүҙәр алып барыуҙы, белгестәр әҙерләүҙе планлаштырабыҙ.

Андрей Глотов, Д.О. Отт исемендәге акушерлыҡ, гинекология һәм репродуктология ғилми-тикшеренеү институтының геном медицина бүлеге мөдире

Фән өлкәһендә яңы асыштар көтөлә, ә иң мөһиме ғилми тикшеренеүҙәргә үҫеп килгән быуын да йәлеп ителәсәк. Үҙәктә балалар инновация лабораторияһы асылды. Әйтәйек, был лабораторияла биотехнология буйынса курстар ойошторола. Дәрестәрҙе юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, билдәле ғалимдар алып барасаҡ.

Яҡын арала Геном үҙәгендә Һаҡлыҡ банкының айти-белгестәр әҙерләү буйынса «21-се мәктәбе»н дә асыу ҡаралған. Кампус биләмәһендә төҙөлөш эштәре дауам итә. Майҙанда бер стилобат менән тоташҡан ете башня күтәреү ҡаралған. Төбәк башлығы билдәләүенсә, унда студенттарға йәшәү һәм уҡыу өсөн уңайлы мөхит буласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина