Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәге урынына имплант ҡуйыу буйынса тәүге операция эшләнде

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәге урынына имплант ҡуйыу буйынса тәүге операция эшләнде. Яман шеш менән ауырып күкрәк биҙҙәре ҡырҡылған гүзәл заттарҙың тышҡы ҡиәфәтен матурлау өсөн уны Ҡазан ҡалаһынан килгән тәжрибәле онкологтар үткәрҙе. Оҫталыҡ дәресе булараҡ ойошторолған операция Өфөлә пациенттар өсөн бушлай эшләнә башлаясаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Пациенттың күкрәк биҙенә имплант ҡуйыу Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы өсөн тәүге тәжрибә. Видеоэкран аша ҡатмарлы операцияны табиптар ҙа, студенттар ҙа өйрәнеп белемен камиллаштыра. Ҡазан ҡалаһынан килгән тәжрибәле онколог-маммолог Вячеслав Добров хеҙмәттәштәре өсөн оҫталыҡ дәресе ойоштороп күкрәккә имплант ҡуйыу һәләте менән уртаҡлашты.

Күкрәк биҙендә яман шеш барлыҡҡа килеү киң таралған хәүефле сирҙәрҙең береһе. Ул донъяла йыл һайын 1 миллион 200 мең кешелә асыҡлана. Һәм үкенескә, 500 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Сирҙе иртә стадияла дауалай башлау пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарырға һәм йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам итә. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бушлай маммография тикшереүе үтеп консультация алырға мөмкин.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында күкрәк биҙенә операция даими үткәрелә. Хәҙер инде клиникала имплант ҡуйыу хеҙмәттәре лә ойошторола. Тик күкрәккә имплантты сир туҡтап пациент һауыҡҡас ҡына ҡуйырға мөмкин .

Флорида Ким