Зәңгәр яғыулыҡ менән ҡулланыу ҡасҡындарҙың күптәнге хыялы. Ниһайәт, тантаналы шарттарҙа тәүге тоташтырыуҙар үткәрелде.
Ҡасҡында күптән көткән ваҡиға. Ялҡынланып янған ут телдәре һәр кемдең күңеленә йылы өҫтәй. Артабан был йылы һәр өйҙә буласаҡ.
Газ торбалары ауылға ике йыл элек үткәрелгән, ҡасаба-ара газ үткәргес 2024 йылда төҙөлгән. Ҡасҡын ауылында 57 йортта бөтәһе 102 кеше йәшәй. Быйыл 24 өй хужаһы газ индереү теләген белдергән.
Бынан ары йорттарҙағы мейестәргә ял бирелеп, был эште заманса газ ҡаҙанлығы ала. Хәҙер өйҙө утын яғып йылытыу мәшәҡәте тарихта ҡала.
Ауылға газ үткәреү республика ауылдарын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән биш йыллыҡ программа һөҙөмтәһе.
Рәмилә Исмәғилева