Ташҡындан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылында тормош көйләнә

Йорттарҙың баҙҙарынан һыу тулыһынса һурҙырылған, ҡоҙоҡтар таҙартылған, биләмәләрҙә дизенфекция саралары тамамлана. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән ирекмәндәр урамдарҙа ағас ҡалдыҡтарын йыйырға ярҙам итә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

Аҙау ауылының Инйәр һәм Йәштәр урамдарында баштан-аяҡ махсус һаҡлау кейемендә, булған белгестәр эшләй. Улар йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында махсус шыйыҡса менән дезинфекция эштэрен башҡара.

Совет урамында һыу баҫыуҙан зыян күргән йорт баҙҙары 21 киловатлы йылытыу ҡоролмаһы ярҙамында киптерелә.

Торлаҡ һәм йорт йыһаздары һыу баҫыуҙан эшлектән сыҡҡан. Махсус комиссия тарафынан зыян күләме иҫәпләнгән. Хаҡлы ялдағы ханым ремонт эштәрен башҡарыуға һәм йыһаздарҙы яңыртыуға дәүләттән ярҙам аласаҡ.

Аҙауҙа йорт баҙҙарынан һыу һурҙырыу эше тамамланған. Ҡоҙоҡтарҙы дезинфекциялау иһә бер-нисә этапта башҡарыласаҡ.

Ташҡындан зыян күргән Аҙау халҡы эсәр һыу, аҙыҡ- түлек, йылы кейем һәм түшәк кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителгән.

Әлеге ваҡытҡа Аҙауҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә эшләй. Оло һыуҙан зыян күргән ауыл халҡы йәшәйеше район властары контролендә.

Аҙауҙа Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондарынан килгән эшселәр бригадаһы урамдарҙы һыу менән инеп ҡалған ағас ҡалдыҡтарынан таҙарта. Санитар өмөләр барышында мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарылған. Ауыл кешеләре тиҙҙән тулы тормош менән йәшәй башлаясаҡтарына ышана.

Гүзәл Борханова