Шаран районынан Владимир Әхтәриев «Ватан һаҡсыһы атаһы» миҙалы менән бүләкләнде

Ватан һаҡсыһының атаһы. Шаран районының Йәммәт ауылында йәшәүсе Владимир Әхтәриев Башҡортостан буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының йәмәғәт наградаһына лайыҡ булды.

Хеҙмәт стажының 48 йылын ветеринария тармағына арнаған уҙаман «Ветеринария хеҙмәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем дә йөрөтә. Владимир Әхтәриевтың улы Илья Әхтәриев һөнәре буйынса табип, 2022 йылдың көҙөндә махсус хәрби операцияға юлланған, әле ул Дебальцев ҡалаһында алғы һыҙыҡтағы ялан госпиталендә яралыларға тәү ярҙам күрһәтә. Яугирҙың ата-әсәһе тураһында урындағы етәкселек, ветерандар советы һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының урындағы филиалы вәкилдәре даими хәстәрлек күрә. Күптән түгел улар ветеранды 70 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.


«Ватан һаҡсыһының атаһы» тигән миҙал юбилейыма ҙур бүләк булды Етмәһә, 23 февралдә улым 6-сы тапҡыр Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде. Был хәрби медиктар өсөн иң юғары награда. Улыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Владимир Әхтәриев, махсус хәрби операция яугиры атаһы