Өфөлә зәңгәр яғыулыҡ өсөн тәүге инновацион двигатель һынау үтте

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә зәңгәр яғыулыҡ транспартировкаһы өсөн ҡаралған двигатель һынауҙары тамамланды. Ҡеүәтле сәнәғәт газтурбинаһы эшмәкәрлеге менән Башҡортостан бпашлығы Радий Хәбиров танышты. АЛ-41СТ двигателе «Газпром» йәмғиәте заказы буйынса етештерелгән инновацион агрегат. Эш ҡеүәте, һөҙөмтәлеге, экологик күрһәткестәре буйынса яңы двигателдең Рәсәйҙә аналогтары юҡ. Заманса двигатель киләсәктә республика һәм башҡа төбәктәрҙә зәңгәр яғыулыҡ транспартировкаһы өсөн файҙаланыласаҡ.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала зәңгәр яғыулыҡ транспартировкаһы өсөн заманса двигатель етештереү тотош сәнәғәт тармағын яңы кимәлгә сығара. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә дәүләт оборона, авиация өсөн агрегаттар етештереү эшмәкәрлеге зәңгәр яғыулыҡ двигателдәре производствоһы менән тулыланасаҡ. Яңы двигатель сәнәғәт предприятиеларында бер нисә ай һынау үтәсәк. Һынауҙар уңышлы тамамланғас республикала йылына 50 берәмек газтурбина двигателдәрен етештереү күҙаллана.