Башҡортостан урмандарында янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле асылды

Быға бәйле төбәк урман хужалығы бүлексәләрендә төрлө яҡлы саралар алып барыла. Әбйәлил районы биләмәһенә йәмғеһе 6 участка ҡарай. Ут сығыуға юл ҡуймаҫ өсөн белгестәр миҙгел башынан урманды ҡуртымға алыусылар менән килешеүҙәр төҙөнө. Уға ярашлы, бөгөн төбәктә иҫәпләнгән 180-ләп ойошманың һәр ҡайһыһы янғын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин ителергә бурыслы. Әбйәлил урман хужалығы бүлексәһе тарафынан, айырыуса Яҡтыкүл биләмәһенә ҡараған участка айырыуса контролдә тотола. Туристар ағымын иҫәпкә алғанда, былтыр теркәлгән ике осраҡ та кеше факторына бәйле.