Республика клиник онкология диспансерында «Яман шеште дауалау, заман хирургия алымдары»на бәйле Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Мәскәүҙең билдәле онкологтары Башҡортостан белгестәре менән бергә ҡатмарлы операция яһаны, тәжрибә уртаҡлашты. Операция барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Ҡыҙыл үңәс яман шеше киң таралған онкологик сирҙәрҙең береһе. Бөгөн республика клиник онкология диспансеры залдарында Мәскәүҙең көслө хирургы етәкселегендә операция уҙғарыла. Халыҡ -ара кимәлдә танылыу алған белгестәр онкологик ауырыуҙарҙы дауалау ысулдары, һаулыҡты нисек һаҡлап ҡалыу хаҡында уртаҡлаша.
Ике яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешкә этәргес булып тора. Мәскәүҙән билдәле онколог, Герцен исемендәге ғилми-тикшеренеү онкология институтының хирургия буйынса генераль директоры урынбаҫары Андрей Рябов заманса аҙ йәрәхәтле хирургик операциялар буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Тап ошо ысул менән дауалау пациентҡа тиҙерәк һауығыу мөмкинлеген бирә, тип билдәләй белгес.
Ҡыҙыл үңәс яман шеше иң ҡатмарлы операциялар иҫәбенә инә. Хирургик дауалау биш-алты сәғәт өҙлөкһөҙ эшләүҙе талап итә. Белгестәр билдәләүенсә, ауырыуҙан һаҡланыу өсөн бер нисә ябай ҡағиҙә үтәү мөһим.
Операцияға килгәндә, ул онлайн-трансляцияла күрһәтелде. Рәсәйҙең алдынғы хирургтары табиптарға һәм студенттарға яман шеште дауалау, хирургияла ҡулланылған заманса алымдар менән таныштырҙы
Илүзә Ҡыҙрасова