Тоталь диктант йәнә рус теле һәм әҙәбиәте һөйөүселәрҙе берләштерҙе

Диктантты донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән онлайн форматта ла яҙырға мөмкин ине. Теләгән һәр кем үҙ белемен тикшерә алды. Өфө ҡалаһы майҙансыҡтарында уҙған акция тураһында киләһе яҙмала.

Китап магазинына килеүселәр тоталь диктантты хеҙмәттәшебеҙ Айнур Ғибәҙуллин уҡыуында яҙҙы. Быйыл яҙыусы һәм сценарист Марина Москвинаның әҫәре һайланған. Өфөләр Рәсәйҙең 13 төбәге һәм донъяның 8 иле менән бергә «Мамонт Һөйәге» тексын яҙҙы. Рус теленән белемен һынаусылар араһында йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә бар.


10 йыл хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, мин бәләкәй класс уҡыусыларына рус телен өйрәтәм. Тоталь диктантта 5-се тапҡыр ҡатнашам. Белемде тикшереү һәм нығытыу бер ҡасан да ҡамасауламай.

Венера Ниғмәтуллина, тоталь диктантта ҡатнашыусы

Валерий Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында диктант яҙырға кесе класс уҡыусылары йыйылды. 14 йәштән бәләкәйерәк ҡатнашыусылар өсөн «Недиктант « проекты әҙерләнгән. Балалар, диктант авторының тексы мотивтары буйынса 20 ғәҙәти булмаған мәсьәләне хәл итергә тейеш. Матвей акцияла икенсе йыл ҡатнаша. Диктанттың судно каютаһын хәтерләткән бүлмәлә үтеүе үҙенсәлекле атмосфера тыуҙыра.


Былтыр ҙа ҡатнашҡайным, класыбыҙҙа бөтәбеҙ ҙә бишле билдәһенә яҙҙыҡ. Бының өсөн бүләк тә булды. Ошондай интеллектуаль саралар ныҡ оҡшай.

Матвей Кукарин, тоталь диктантта ҡатнашыусы

Рус телен өйрәнгән сит ил граждандары, йола буйынса, TRUD тесын тапшырҙы. Ул Марина Москвина тексы нигеҙендә төҙөлгән һәм рус телен белеү кимәлен баһаларға ярҙам итә. Майҙансыҡта башлыса, юғары уҡыу йорттары студенттары йыйылды.


Минең өсөн «Здравствуйте» һүҙен әйтеү ҡыйынлыҡ тыуҙыра ине. Университетта уҡый башлағас, өйрәндем.

Мех Бут, тоталь диктантта ҡатнашыусы


Ә миңә «Достопримечательность» һүҙен әйтеү ауыр булды. Мин Рәсәйҙә дүртенсе йыл һәм рус телен ярайһы ғына үҙләштерҙем. Тоталь диктантты ҡалдырғаным юҡ.)

Николас Мусольда, тоталь диктантта ҡатнашыусы

Грамоталылыҡты популярлаштырыу буйынса иң ҙур акция 21-се тапҡыр ойошторла, Өфөлә ул 13-сө тапҡыр уҙҙы. Ҡатнашыусылар уның һөҙөмтәләре менән акция сайтында таныша аласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева