Сибайҙа «Мәғариф: инновацион алымдар һәм тәрбиәүи практикалар» педагогик конференцияһы үтте

Сибайҙа «Мәғариф: инновацион алымдар һәм тәрбиәүи практикалар» тип исемләнгән төбәк-ара педагогик конференция үтте. Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған сараны Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы ҡабул итте.

Был белем усағы милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, матур ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлгә алып бара. Өлгөлө майҙансыҡҡа республиканың һәм күрше өлкәләрҙең 70-кә яҡын алдынғы педагогы йыйылды. Улар заманса белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған ғилми эштәрен тәҡдим итте.

Конференцияла шулай уҡ ижад аша балаларҙың үҫешенә һәм уларҙың донъяға ҡарашын формалаштырыуға булышлыҡ иткән яҙыусылар ҙа ҡатнашты. Уларҙың береһе Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Лира Яҡшыбаева. Ойоштороусылар фекеренсә, таусылар ҡалаһындағы сараның төрлө йүнәлештәге педагогтарҙы берләштереү йәһәтенән әһәмиәте ҙур.