Был турала вице-премьер Ирек Сәғитов белдерҙе. - Ҡораллы көстәргә саҡырылыусылар бер нисә ай буйы заманса техниканы өйрәнә, хәрби әҙерлек үтә, алынған хәрби һөнәргә ҡарап частарға ебәрелә. Хеҙмәт ваҡытын тултырыусылар армиянан өйҙәренә ҡайтарыла, тине ул. Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш 1 апрелдә башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостанда 6 мең ярым егетте армияға алыу планлаштырылған.