Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре бара

Әле 16 районда ужым баҫыуҙарына ашлама индерелә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Шулай уҡ баҫыуҙарҙа дымды һаҡлау өсөн тырмаға төшкән хужалыҡтар бар. Быйыл яҙ республикала 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә.